ЙӘМҒИӘТ
18 Февраль 2023, 15:35

Бөгөн Әбүбәкерҙә илһөйәрлек көнө!

Илһөйәрлек термины был ауыл халҡы өсөн ҡоро һүҙҙәр генә түгел. Ҡаһарман ауылдаштары өлгөһөндә тәрбиәләй йәш быуынды әбүбәкерҙәр.

Бөгөн Әбүбәкерҙә илһөйәрлек көнө!Бөгөн Әбүбәкерҙә илһөйәрлек көнө!
Бөгөн Әбүбәкерҙә илһөйәрлек көнө!
Бөгөн Әбүбәкерҙә илһөйәрлек көнө!

Илһөйәрлек термины был ауыл халҡы өсөн ҡоро һүҙҙәр генә түгел. Ҡаһарман ауылдаштары өлгөһөндә тәрбиәләй йәш быуынды әбүбәкерҙәр. Илһөйәрлек менән һуғарылған бөгөнгө мәртәбәле сара ла шуға асыҡ миҫал.
Шамил Балдыбаев 19 йәшендә Чечен һуғышында һәләк булыусыларҙың береһе. Йылдар артынан йылдар үтһә лә, утлы ғәрәсәттә батырҙарса һәләк булған ауылдашын онотмай әбүбәкерҙәр. Йыл һайын уның иҫтәлегенә арнап ауыл йәштәре араһында волейбол ярышы уҙғарыла. Бөгөн иһә батыр егеттең тыуған мәктәбендә уның ағаһы Илшат Балдыбаевтың башланғысы менән таҡтаташ асылды. Сарала мәктәп уҡыусылары, яугирҙың яҡындары, ветерандар ойошмалары вәкилдәре һәм ауылдаштары ҡатнашты.
Сара Шамил Хәкимйән улы хаҡындағы яҡты хәтирәләр менән үрелеп, мәктәптең спорт залында хәрби йырҙар парады, төрлө ауыл йәштәре араһындағы спорт ярыштары менән дауам итте. Бөгөн дә ил именлеге һағында торған яугирҙәребеҙгә арнап күмәкләп башҡарылған “Шайморатов – генерал” йыры бөгөн айырыуса аһәңле яңғыраны.
Шәмил Хәкимйән улының рухы ҡыуанғандыр бөгөн. Таҡтаташ аша яҡты донъяларға ҡарап торған егеттең тормошо хәтер аша дауам итә. "Һалдат ике тапҡыр һәләк була, беренсе тапҡыр - яу яланында, икенсегә - уның тураһында хәтер онотолған саҡта". Яугирҙарын онотмаған Әбүбәкер ауылы халҡы хәтерендә Шамил Балдыбаев хаҡындағы иҫтәлек мәңгелек.

#РДДМ #Росдетцентр #Навигаторыдетства #НавигаторыдетстваРБ
#Айыҡауыл2022
#Трезвоесело2022
 
 
Автор:
Читайте нас