

Ниһайәт, Аҡъяр ауылында бассейн төҙөлөшө тамамланыу алдында. Һәр беребеҙ был объекттың сафҡа индерелеүен көтә.
Хәҙер инде уны нисек атау мәсьәләһе тыуҙы. Шуға күрә, иң шәп исемгә конкурс иғлан ителә. Конкурста тик Хәйбулла районында йәшәүселәр генә ҡатнаша ала.
Тәҡдим ителгән варианттар бер нисә талапҡа яуап бирергә тейеш:
--Бассейн атамаһы үҙенсәлекле, корректлы булырға тейеш;
--исем һайлағанда йылға, диңгеҙ тематикаһы хуплана;
--сит телдәрҙәге һүҙҙәр ҡабул ителмәй.
Конкурс 18-нән 28 февралгә тиклем бара. Иң яҡшы исемде бер нисә кеше тәҡдим иткән булһа, үҙ вариантын алданыраҡ ебәргән кешегә өҫтөнлөк бирелә. Конкурс еңеүсеһенә иҫтәлекле бүләк һәм бассей нға бер ай бушлай йөрөү абонементы бирелә.
Тәҡдимдәрегеҙҙе ошо һылтанма аша ебәрергә мөмкин: https://forms.gle/CQakXci58tAb4gGv8.