

Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналына Истанбул халҡының Башҡортостандан ҡотҡарыусыларҙы алҡышлап ҡаршы алған видеояҙма һалған. Улар Төркиәлә үҙ эштәрен тамамлап, өйҙәренә ҡайтырға сыға. Республикабыҙ ҡотҡарыусылары емереклектәр аҫтынан алты кешене ҡотҡарҙы һәм 54 кешенең кәүҙәһен сығарҙы.
«Рәхмәт, егеттәр. Һеҙ лайыҡлы эшләнегеҙ», – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостан Рәсәйҙең һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам итеү өсөн ҡотҡарыусыларын ебәргән тәүге төбәктәренең береһе булды.
Бынан тыш, республика Төркиәгә 25 тонна гуманитар ярҙам: палаткалар, юрғандар, балалар әйберҙәре һәм аҙыҡ-түлек, пауэрбанктар һәм башҡалар ебәрҙе. Республикабыҙ халҡы, предприятиелары һәм бизнесы бушлай ярҙам күрһәтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 февралдә Төркиәлә көслө ер тетрәү теркәлде. Уның магнитудаһы 7,7 балл тәшкил иткән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 37 меңдән ашыу кеше тәбиғәт ғәрәсәте ҡорбаны булған.