ЙӘМҒИӘТ
16 Февраль 2023, 23:02

Әбүбәкерҙәр тәжрибә уртаҡлашып сәфәр итеп ҡайтҡан

Уларҙың  уртаҡлашыр фекерҙәре лә, тәҡдимдәре лә күп

Әбүбәкерҙәр тәжрибә уртаҡлашып  сәфәр итеп ҡайтҡанӘбүбәкерҙәр тәжрибә уртаҡлашып  сәфәр итеп ҡайтҡан
Әбүбәкерҙәр тәжрибә уртаҡлашып сәфәр итеп ҡайтҡан

Ябай, халыҡсан сығыш...

"Айыҡ ауыл" конкурсы республикала ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Ҡатнашыусы ауылдар кемуҙарҙан төрлө саралар уҙғара, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында осрашыуҙар ойоштора. Был мәртәбәле бәйгелә юлдыбайҙар ҙа көсөн һынай быйыл.
Тормош ҡайнап торған ауылдан көн һайын тиерлек ҡунаҡтар өҙөлмәһә лә, йылайырҙарға хас ихласлыҡ, асыҡ сырай менән ҡаршы алған улар хәйбуллаларҙы.
Тәжрибә йәһәтенән был конкурста өсөнсө тапҡыр ҡатнашҡан әбүбәкерҙәрҙең уртаҡлашыр фекерҙәре байтаҡ, әлобиттә. Шуға күрә юлдыбайҙар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп, әбүбәкерҙәр ентекле итеп үҙ эшмәкәрлектәре менән таныштырған. Айырыуса ирҙәр ҡоро хәрәкәте яңы тергеҙелә башлаған юлдыбайҙарға әбүбәкерҙәрҙең был йәһәттәге күп йыллыҡ тәжрибәһе фәһемле булған. Уртаҡ маҡсаттар менән янған ике ауыл вәкилдәренең фекерҙәре лә, тәҡдимдәре лә күп икән. Эскелек мәсьәләһенән тыш, буйҙаҡлыҡ, яңғыҙлыҡ проблемаһы ла күтәрелеп, киләсәктә ошо мәсьәләне хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләү, ауылдар араһында даими осрашыуҙар уҙғарыу тәҡдиме яңғыраған.
Хәйриә тамашаһы яҡташтары –Азат Айытҡоловтың махсус операцияла һәләк булған улын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алыуҙан башланып, артабанғы тамашаның асылы ла ҡаһарманлыҡ, ватансылыҡ темаларына ҡайтып ҡалған. Тамашаның икенсе өлөшөндә иһә көнүҙәк булған эскелек проблемаһы күтәрелгән. Аяғүрә тороп алҡышлаған юлдыбайҙар әбүбәкерҙең һәүәҫкәр артистарын. Йылы мөхиттә күптән белгән туғандарҙай аралашып, оҙатып ҡалған улар беҙҙең ауыл халҡын. Афарин, дуҫлыҡ ептәре артабан да өҙөлмәһен!

"Айыҡ ауыл» проекты Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарыла.

Хәйбулла районы башҡорттары ҠОРОЛТАЙЫ

 

 

Автор:
Читайте нас