ЙӘМҒИӘТ
16 Февраль 2023, 06:54

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тәүге ярҙам үҙәге асылды

-

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тәүге ярҙам үҙәге асылдыБашҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тәүге ярҙам үҙәге асылды
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тәүге ярҙам үҙәге асылды

Стәрлетамаҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам үҙәге асылды. «Башинформ» агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, был Башҡортостанда ошондай тәүге учреждение.

Үҙәктә «берҙәм тәҙрә» режимында яугирҙәрҙең туғандары һәм яҡындары, шулай уҡ хәрбиҙәр ирекмәнлек, консультация, юридик һәм психологик ярҙам алырға мөмкин. Бынан тыш, шундай ярҙам күрһәтергә теләүселәр ҙә бында мөрәжәғәт итә ала.

«Стәрлетамаҡта ярҙам үҙәген былтыр ноябрь айында уҡ асырға ҡарар иткәйнек. Бындай башланғыс менән предприятиеларҙың директорҙар советы ултырышында рәйес Эдуард Давыдов сығыш яһаны. Һанаулы ғына айҙарҙа үҙәкте йыһазландырып ҡуйҙыҡ», – тип белдерҙе ҡала мэры Рөстәм Ғәзизов.

Ярҙам үҙәге Хоҙайбирҙин урамындағы 122-се йортта урынлашҡан. Эш режимы: иртәнге сәғәт 10-дан киске 8-гә, шәмбе – иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем, йәкшәмбе иһә ял көнө. Һорауҙар менән 8(929)-75-74-892 телефонына шылтыратырға мөмкин.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-02-16/v-bashkirii-otkrylsya-pervyy-tsentr-podderzhki-uchastnikov-spetsialnoy-voennoy-operatsii-i-ih-semey-3144781

Автор:Ләйсән Закирова.

Автор:
Читайте нас