

Әбүбәкерҙәр ике хәйриә спектаклен ҡуйып, 38 000 һум аҡса туплаған. Улар тағы ла бер нисә ауылға тамаша менән сығып, килгән аҡсаға яугирҙар мохтажлыҡ кисергән тепловизор алырға планлаштыра. Бер тепловизорҙың хаҡы –115 000 һум.
Райондаштар, ситтә йәшәгән яҡташтар ҙа ошо изге ғәмәлгә үҙ өлөшөн индерә ала. Шуға күрә улар Йәнтәйөк өсөн файҙалы эштәр йылы сиктәрендәге шәфҡәтлелек эшмәкәрлегенән тыш, өҫтәмә аҡса йыйыуҙы иғлан итә. Әйтеүебеҙсә, унда һәр кем ҡатнаша ала.
Аҡсаларҙы “Егеттәргә шәфҡәтлелек ярҙамы” билдәһен ҡуйып, Федоровка ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе Дилбәр Сәмиғулла ҡыҙы Моталова исеменә 89279369814 номеры буйынса күсерергә була.
#РДДМ #Росдетцентр #Навигаторыдетства #НавигаторыдетстваРБ
#Айыҡауыл2022
#Трезвоесело2022
ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ