

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән республикала 2023 йылда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө билдәләнде. Тейешле документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.
Республикала мәрхүмдәрҙең ҡәберҙәрен тәртипкә килтереү эштәре шәмбе, 6 майҙа, ойошторола.
Бынан тыш, Башҡортостанда Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө тураһында указға үҙгәрештәр индерелде. Хәҙер дата республика етәксеһенең айырым бойороғо менән билдәләнә.