ЙӘМҒИӘТ
14 Февраль 2023, 10:41

Йөрәк йылыһын өләшәм....

Карантин булыу сәбәпле оҙаҡ бара алмай киттек. Бөгөн мөмкинселек тыуғас та, иртә менән приютҡа юлланып, балаларға ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының күңел йылыһын биреп бәйләгән ойоҡбаштарын тапшырҙыҡ. 

Йөрәк йылыһын өләшәм....Йөрәк йылыһын өләшәм....
Йөрәк йылыһын өләшәм....

Карантин булыу сәбәпле оҙаҡ бара алмай киттек. Бөгөн мөмкинселек тыуғас та, иртә менән приютҡа юлланып, балаларға ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының күңел йылыһын биреп бәйләгән ойоҡбаштарын тапшырҙыҡ. Ҡыштың һуңғы айы булһа ла, аҡман-тоҡманлы осор уйламаған һыуыҡтары, бурандары менән килә торған. Күңелдәре өшөгәнгә күрә, аяҡ-ҡулдары йылы булһын. Балалығы менән әле тормоштоң аяуһыҙлығына төшөнөп етмәгән бәләкәстәр ихлас йылмайып ҡаршы алһа, ҙурыраҡтарының ҡараштары моңһоу. Күңел әрней уларға ҡарап. Күптәренең бында эләгеүенең сәбәбе - ата-әсәләренең эскелеге. Ошондай моңһоу күҙҙәр һәм ошондай йорттар булмаһын тип ынтылһа ине бөтә милләттәштәребеҙ ҙә....

 

Сығанаҡ һәм фото:"Айыҡ ауыл -2022" - Әбүбәкер ауылы

Автор:
Читайте нас