ЙӘМҒИӘТ
14 Февраль 2023, 11:34

Төклө аяғың менән, бәпес!

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов өсөнсөгә атай булды. Ихлас ҡотлайбыҙ! Сабыйығыҙ тәүфиҡлы, һау-сәләмәт, бәхетле булып үҫһен! 

Төклө аяғың менән, бәпес!Төклө аяғың менән, бәпес!
Төклө аяғың менән, бәпес!

"Ҡыуанысым менән уртаҡлашҡым килә, дуҫтар. Өсөнсөгә атай булып, бәләкәсте йортобоҙға алып ҡайтып мәшәҡәтләнеп йөрөгән көнөбөҙ. Уңған килен ул таба тип, мине өсөнсөгә уллы иткән тормош юлдашым Айгизәгә, изге теләктәрен юллаусы барығыҙға ла оло рәхмәтемде белдерәм. Ата-әсәле, тәүфиҡле булып үҫһен ер йөҙөндәге бөтә балалар ҙа!", - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты үҙ сәхифәһендә Рөстәм Шәрипов.

 

Ихлас ҡотлайбыҙ! Бәпескә һәм бәхетле ғаиләгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ! 

Сабыйығыҙ ата-әсәле, бәхетле булып үҫһен! 

 

 

Сығанаҡ:  вк Рустам Шарипов

Автор:
Читайте нас