

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улының ғаиләһе оло ҡыуаныс кисерә. Уларҙың өсөнсө улдары донъяға килгән.
Был турала ул үҙ сәхифәһендә уртаҡлаша. "Ҡыуанысым менән уртаҡлашҡым килә, дуҫтар. Өсөнсөгә атай булып, бәләкәсте йортобоҙға алып ҡайтып мәшәҡәтләнеп йөрөгән көнөбөҙ. Уңған килен ул таба тип, мине өсөнсөгә уллы иткән тормош юлдашым Айгизәгә, изге теләктәрен юллаусы барығыҙға ла оло рәхмәтемде белдерәм. Ата-әсәле, тәүфиҡле булып үҫһен ер йөҙөндәге бөтә балалар ҙа!",--тип яҙа ул.
Өс улығыҙ--өс тағанығыҙ үҙегеҙгә терәк булһын!