ЙӘМҒИӘТ
14 Февраль 2023, 07:03

Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

Бүребайҙан Илмир һәм Зөлфирә Азаматовтар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023” республика конкурсының зона этабында  “Ғаилә ижады” номинацияһында икенсе урын яуланы 

Өлгөлө башҡорт ғаиләһеӨлгөлө башҡорт ғаиләһе
Өлгөлө башҡорт ғаиләһе

Азаматовтар - Бүребай ауылында йәшәүсе рухлы, өлгөлө башҡорт ғаиләһе. Өс бала үҫкән ғаиләлә милли ҡиммәттәрҙе тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүленә. Улар ижади ғаилә лә. Дүрт быуын вәкилдәре кистәрен бергә йыйылып өҙҙөрөп гармунда уйнай. Төрлө ижади бәйгеләрҙең даими ҡатнашыусыһы һәм еңеүсеһе улар. “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2023” республика конкурсының зона этабында район намыҫын яҡлап, Сибай ҡалаһының йырсыларынан саҡ ғына ҡалышып, “Ғаилә ижады” номинацияһында икенсе урын яуланы улар. Милләтебеҙҙең киләсәген тәрбиәләүсе Илмир һәм Зөлфирә Азаматовтарҙы ихлас күңелдән ҡотлайым. Ильяс, Нурислам һәм Әминә кеүек рухлы балалар барҙа –беҙҙең асылыбыҙ ышаныслы. Уңыштар, яңы үрҙәр һеҙгә!

 

Сығанаҡ һәм фото: район хакимиәте.

Автор:
Читайте нас