

Башҡортостанда 14 февралдә — Изге Валентин көнөндә никахлашыу ғашиҡтар өсөн изге йолаға әүерелгән. Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, был көндә 91 йәш йөрәк никахтарын теркәүҙе һорап ғариза биргән. Күбеһе — 28 пар республиканың баш ҡалаһында. Киров районында — 14, Совет районында — 6, Октябрьский һәм Ленин райондарында — 4-ешәр.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында — 9, Учалы ҡалаһында һәм Стәрлетамаҡ районында — 6-шар, Октябрьский ҡалаһында 5 пар өйләнешә.
фото һәм мәғлүмәт:"Башинформ".