ЙӘМҒИӘТ
13 Февраль 2023, 11:48

Яугирҙарға гуманитар ярҙам

Бөгөн махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды.

Яугирҙарға гуманитар ярҙамЯугирҙарға гуманитар ярҙам
Яугирҙарға гуманитар ярҙам

Бөгөн  махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә сираттағы гуманитар ярҙам оҙатылды. Яҡташтар һорауы буйынса тәүге кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек менән бер рәттән, төрлө ҡоролмалар ҙа йыйылған. Әйтәйек, буржуйка мейестәре, генератор, дарыуҙар. Ярҙам тейәгән УАЗ автомобиле лә яугирҙарға тәғәйенләнгән.  

-Ярҙамды һәр ваҡыттағыса тотош район халҡы йыйҙы. Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Ылау имен барып етеп, һалдаттарға тыуған яҡ сәләмен еткерһен, күстәнәстәр көс-дәрт өҫтәһен, кәрәк-яраҡтары хеҙмәттәрендә ярап ҡалһын! Тиҙерәк Еңеү килһен! Донъяла тыныслыҡ урынлашһын! – тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә  район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

 

Сығанаҡ: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас