ЙӘМҒИӘТ
13 Февраль 2023, 09:25

Хәйбуллалар батыр улын һуңғы юлға оҙатты

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Хәйбулла ере  аҫыл улын юғалтты. Махсус хәрби операция барышында ҡаһарман яҡташыбыҙ, лейтенант Наил Ғәббәсов батырҙарса һәләк булды.    

Хәйбуллалар батыр улын һуңғы юлға оҙаттыХәйбуллалар батыр улын һуңғы юлға оҙатты
Хәйбуллалар батыр улын һуңғы юлға оҙатты

 Хәйбулла халҡы батыр улы менән хушлашты. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙы һуң юлға оҙатыуға арналған матәм сараһында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты С.Рәхмәтуллин, район хакимиәте башлығы Р.Шәрипов, Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хәрби комиссары Р.Зәбиров, хәрбиҙәр һәм район халҡы ҡатнашты. Улар һалдаттың ата-әсәһенең, туғандарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашты, ярҙамдан айырмаясаҡтарын, Наил Ринат улының исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр алып барыласағы тураһында белдерҙе.

Барлыҡ Хәйбулла халҡы исеменән Наил Ринат улының ата-әсәһенең, туғандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. 

Тыныс йоҡла, Наил! Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, ауыр тупрағың еңел, йәнең йәннәттә булһын.

 
Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас