ЙӘМҒИӘТ
13 Февраль 2023, 09:55

Башҡортостан ҡотҡарыусылары Төркиәлә емереклектәр аҫтында алты көн буйы ятҡан ғаиләне ҡотҡарған

..

Башҡортостандан ҡотҡарыусылар Төркиәлә емереклектәр аҫтында алты көн дауамында мәжбүри әсирлектә булған өс кешенән торған ғаиләне тапҡан — ир, ҡатын һәм бала.

— Емереклектәр араһынан туннель эшләнек һәм унан тауыштар ишетелде. Һуңынан төрөк ҡотҡарыусылары менән бергә ғаиләне сығарҙыҡ. Уларҙы табиптарға тапшырып, дауаханаға оҙаттыҡ. Был ваҡиға алты көндән һуң да емереклектәр араһынан тере кешеләрҙе табыу ихтималлығы юғары булыуы бик ҡыуандыра, — тип һөйләгән ул.

Беҙҙең ҡотҡарыусылар Кахраманмараш ҡалаһында, тип хәбәр иттеләр быға тиклем Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты. Отряд ҡотҡарыусыларҙан тора, улар отпуск ваҡытында үҙ теләге менән фажиғә урынына ярҙамға барырға ҡарар иткән.
 
 
Автор:
Читайте нас