ЙӘМҒИӘТ
11 Февраль 2023, 04:22

Башҡортостан - Төркиәгә ҡотҡарыусылар ебәргән Рәсәйҙең тәүге субъекты

    

Башҡортостан - Төркиәгә ҡотҡарыусылар ебәргән Рәсәйҙең тәүге субъектыБашҡортостан - Төркиәгә ҡотҡарыусылар ебәргән Рәсәйҙең тәүге субъекты
Башҡортостан - Төркиәгә ҡотҡарыусылар ебәргән Рәсәйҙең тәүге субъекты

Ер тетрәү һөҙөмтәһендә зыян күргәндәргә ярҙам итеү өсөн ҡотҡарыусылар тәжрибәһенә эйә булған Башҡортостан ирекмәндәре Төркиә Республикаһына килде. Республика Башлығы Радий Хәбировтың бойороғо буйынса унда 25 ирекмән-ҡотҡарыусынан торған отряд ебәрелде. Кисә улар зыян күргән Төркиәнең Кахраманмарашында эш башланы. Улар өйөмдәрҙе таҙартыуға һәм Төркиә Республикаһының зыян күргән халҡына ярҙам күрһәтеүгә тотонған да инде. Ҡыйыу ир-егеттәр менән бергә емереклектәр аҫтында кешеләрҙе эҙләргә өйрәтелгән Торин ҡушаматлы эт тә эшләй.

«Хәҙер беҙҙең ирекмәндәр Кахраманмараш ҡалаһында эшләй - ул тәбиғәт ғәрәсәтенән иҫ киткес  ҙур зыян күргән таулы район. Беҙҙең егеттәр бер нисә төркөмгә бүленде һәм тәүлек әйләнәһенә эшләй, емереклектәрҙе таҙарта, мәрхүмдәрҙең кәүҙәләрен сығара һәм емереклектәр аҫтында ҡалған кешеләрҙе эҙләргә ярҙам итә, — тип "Башинформ“ға һөйләгәндәр Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында. —Ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса урындағы штаб һәм башҡа ҡотҡарыусы коллегалар һәм ирекмәндәр менән үҙ-ара эш итеү ойошторолған. Ирекмәндәребеҙгә ошо еңел булмаған эштә уңыштар теләйбеҙ!»

Дәүләт комитетында аңлатыуҙарынса, команда составында ҡотҡарыусылар эшләй, улар рәсми отпускыла булыуына ҡарамаҫтан ярҙам күрһәтеү өсөн фажиғә урынына барырға хәл иткән. Бынан алда Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тәүлек эсендә Төркиәләге өйөмдәр аҫтынан биш кешене иҫән-һау сығарҙы, ә Төркиәләге аэромобиль госпитале табиптары бер тәүлектә 100-ҙән ашыу пациентҡа ярҙам күрһәтте.

 

фото һәм мәғлүмәт:"Башинформ".

Башҡортостан - Төркиәгә ҡотҡарыусылар ебәргән Рәсәйҙең тәүге субъекты
Башҡортостан - Төркиәгә ҡотҡарыусылар ебәргән Рәсәйҙең тәүге субъекты
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас