ЙӘМҒИӘТ
10 Февраль 2023, 09:32

Иғтибар!

   

23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан «Атайым менән ғорурланам!» конкурсында ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Шарттары бик ябай: атайығыҙҙың исем-фамилияһын яҙып, әрме хеҙмәте осорондағы фотоларҙы "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең төркөмөнә ебәрегеҙ. Фото менән бергә атайығыҙ менән таныштырып хәрби хеҙмәте хаҡында бер-ике һөйләм яҙырға онотмағыҙ. Конкурсҡа фотолар ҡабул итеү бөгөндән башлана һәм 14 февралгә тиклем дауам итә.

15-21 февралдә  тауыш биреү юлы менән иң шәп атайҙы билдәләйәсәкбеҙ. Ә 22 февралдә конкурсҡа йомғаҡ яһаясаҡбыҙ.

Төп еңеүсегә бүләккә сертификат биреләсәк.

Автор:
Читайте нас