

Новосибирск юғары хәрби команда Жуков училищеһын тамамлағандан һуң, Наил Ғәббәсов Ростов өлкәһенең хәрби часына оҙатыла. 2022 йылдың сентябренән махсус хәрби операцияла взвод командиры вазифаһында ҡатнаша. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге сәхифәһендә Наил Ринат улының ғаиләһе һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Бәхилләшеү сараһы 11 февралдә көндөҙгө 12:15 сәғәттә Аҡъяр ауылы, М. Гәрәев урамы, 40-сы йорт адресы буйынса саҡырыу пункты бинаһы алдында уҙа.