ЙӘМҒИӘТ
10 Февраль 2023, 10:59

Башҡортостанда өлкән быуын өсөн финанс белем буйынса онлайн-дәрестәр серияһы башланды

-

Башҡортостанда өлкән быуын өсөн финанс белем буйынса онлайн-дәрестәр серияһы башландыБашҡортостанда өлкән быуын өсөн финанс белем буйынса онлайн-дәрестәр серияһы башланды
Башҡортостанда өлкән быуын өсөн финанс белем буйынса онлайн-дәрестәр серияһы башланды

  был Рәсәй банкыһының белем биреүсе вебинарҙарының яҙғы сессияһы
  дәрестәр пенсионерҙарға һәм пенсия алды йәшендәгеләргә тәғәйенләнгән
  шәхсән үҙең йәки төркөм составында ҡатнашырға мөмкин
  сессия 2023 йылдың 21 апреленә тиклем дауам итә

Дәрестәрҙән ниндәй файҙа алырға мөмкин:
  банк хеҙмәттәре менән хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле файҙалана белеү
  икеләнеүҙәрҙе еңеү һәм хәҙерге онлайн финанс технологияларына төшөнөү
  финанс инструменттарҙы һайларға өйрәнеү
  мутлашыусыларҙан һаҡланыу

План буйынса яҙғы сессия ваҡытында шәхси бюджет менән дөрөҫ эш итеүгә бәйле 100 вебинар үткәреләсәк. Дәрестәр барышында ҡатнашыусыларҙың лекторҙарға һорау биреү һәм тура эфирҙа яуап алыу мөмкинлеге буласаҡ. Бер дәрес 45 минут дауам итә.

Дәрестәр теҙмәһе һәм уларға тоташыу өсөн күрһәтмәләр - проекттың сайтында: https://pensionfg.ru/

Һорауҙарығыҙ булһа, «Ҡатнашыусыларға ярҙам» бүлеге менән файҙаланырға мөмкин: https://pensionfg.ru/help

Рәсәй банкыһы бөтә төбәктәрҙә лә өлкән быуын өсөн финанс белем буйынса онлайн-дәрестәрҙе 2020 йылдан башлап уҙғара. 2022 йылда Башҡортостандан 1,5 меңгә яҡын кеше дәрестәргә тоташҡан. Был 2021 йылға ҡарағанда биш тапҡырға күберәк.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас