

Бөгөн йома, аҙна аҙағы, былай ҙа арытты тип, эштән һуң өйөндә телевизорға ҡапланған йәки телефондан айырыла алмай ултырғандар бөгөн күп нимәне юғалтты тип ышаныслы әйтә алам. Ә был ваҡытта әбүбәкерҙәр Аҡъяр сәхнәһен ҡыҙҙырҙы ғына. Шундай башҡорт ауылында күпме таланттар булған. Ул дәртле йырҙар, бейеүҙәр, күңелдән урғылған йыр-моң тамаша залы тулы тамашасыларға ла күсте. Бөтә ғаиләһе менән сәхнәгә сыҡҡандар ҙа бар. Көслө алҡыштарҙан район мәҙәниәт йорто яңғырап торҙо. Хатта күптәр түҙмәй, әбүбәкерҙәр менән бергә бейеүгә лә төштө.
Ә һуңынан инде Әбүбәкер күп фукнциялы клубының “Мираҫ” театр коллективы “Ҡыҙыл итектәр” (М.Ямалетдинов) әҫәрен сәхнәләштерҙе. Эскелек нигеҙендә ғаиләлә килеп тыуған ҡот соҡос фажиғә йөрәккә үтеп инде. Залда иламаған кеше ҡалмағандыр. Ауылдың һәүәҫкәр артистары үҙ ролдәрен шул тиклем оҫта уйнаны, барса тамашасылар йөрәген һиҫкәндерҙе, уйландырҙы, ниндәйҙер фәһем бирҙе.
Шуны әйтергә кәрәк, “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә ҡатнашҡан әбүбәкерҙәрҙең был хәйриә тамашаһы залды тултырып йыйҙы. Йыйылған аҡсалар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егетттәргә йүнәлтеләсәк. Әбүбәкер ауылы халҡына афарин тиергә генә ҡала. Ә хәйбулла халҡы уларҙы һәр яҡлап хупларға әҙер. Һуғыш бөтһөн, тыныслыҡ һәм именлек булһын, һәр ир-уҙаман үҙҙәрен һағынып көткән ғаиләләренә ҡайтһын!