ЙӘМҒИӘТ
9 Февраля 2023, 09:48

“Улдарыбыҙҙан уңдыҡ”,--ти Акиловтар

Бына тигән биш ул үҫтергән ғаилә Ивановкала йәшәй

“Улдарыбыҙҙан уңдыҡ”,--ти Акиловтар“Улдарыбыҙҙан уңдыҡ”,--ти Акиловтар
“Улдарыбыҙҙан уңдыҡ”,--ти Акиловтар

Рәсимә һәм Рәсих Акиловтарҙың татыу ишле ғаиләһендә  улдары күптән буй еткергән. Өсәүһе үҙҙәре ғаилә ҡорған, береһе эшләп йөрөй, ә төпсөктәре  әле студент. Ейәндәрен һәм ейәнсәрҙәрен, ҡыҙҙары кеүек күргән килендәрен ҡунаҡҡа көтөп, улдарының уңыштарына ҡыуанып, уларҙың хөрмәтенә һәм хәстәренә күмелеп йәшәй Акиловтар.

Рәсимә Хәмзә ҡыҙы һәм  Рәсих Рафиҡ улы икеһе лә сығышы менән Ғәлиәхмәт ауылынан. Мәктәп ваҡытынан бер-береһен белгән егет менән ҡыҙ биш йыл дуҫлашып йөрөп, ғаилә ҡоралар. Быйыл улар бергә йәшәүҙәренең 38 йыллығын билдәләй   . Бына тигән аҡыллы, уңған, уттай янып торған биш егет тәрбиәләп үҫтергән улар. Береһенән береһе егәрле өс килен Акиловтар йортона килен булып төшкән. Хәҙер иһә ейәндәре һәм әлегә берҙән-бер ейәнсәрҙәрен һөйөп ҡыуана Рәсимә апай һәм  Рәсих ағай.

Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитендә уҡығыҙ.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас