Ошо көндәрҙә билдәле блогер Рөстәм Нәбиев Сочиға, Көньяҡ Америкаға киткәндән һуң бер ай буйы күрмәгән ғаиләһе янына килгән.
"Тыныс ҡына аэропорттан сығып киләм, башҡорт милли кейемендәге кешеләрҙең "Рөстәм, Рөстәм, Рөстәм... тип ҡысҡыра башлауын күрәм.
Мин, әлбиттә, миңә әйтәләр тип уйламай, халыҡты урап үтә башланым. Арт яҡтан ҡатыным Индира килеп сыҡҡас ҡына аңлап ҡалдым.
Был хис-тойғоларҙы тойоу шул тиклем ҡыуаныслы булды. Тыуған Өфөлә мине шулай ҡаршы алһалар, аңлайым, ә бына бөтөнләй икенсе ҡала - Сочи.
Башҡортостан флагы
🤍
, ҡурай, сәк-сәк, минең исемем яҙылған плакаттар, Сочи ҡалаһында йәшәгән башҡорттар. Бик шәп булды. Үҙемде милли герой итеп тойҙом", - тип бүлешә Рөстәм Нәбиев.
https://vk.com/bashkortostanim