Салауат ҡалаһынан Айҙар Зәйнетдинов үҙенсәлекле хәйриә акцияһы ойошторған. Ул урамда осраған һәр оло йәштәге инәйгә аҡса таратҡан. Тәүҙә егет аҡсаның ҡайһы ҡулында булыуын һораған. Ысынында Һәр ҡулында 1000-шәр һум аҡса тотҡан.
Күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар аҡса алыуҙан баш тартҡан. Айҙар уларҙы отҡан аҡсаларына дарыу алырға күндергән. Ҡайһы берҙәр уны алырға уңайһыҙланған, аҡсаның ысын булыуына ышанмаусылар ҙа табылған.
«Мин өләсәйҙәрҙең аҡсаны отоп, ҡыуанып алыуҙарын теләнем. Донъяны ниндәй итеп күрергә теләйһең, шул яҡҡа үҙгәрт», — тип аңлатма биргән үҙенең видеояҙмаһына Айҙар Зәйнетдинов.