ЙӘМҒИӘТ
9 Февраль 2023, 09:21

Республикала көндәр йәнә йылыта

-

Республикала көндәр йәнә йылытаРеспубликала көндәр йәнә йылыта
Республикала көндәр йәнә йылыта

Яҡын арала Башҡортостанда йәнә йылыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеп талғын. Һауа температураһы көндөҙ -4, -9 градус.

Йома, 10 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар, боҙлауыҡ фаразлана. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -7, -12 градус, аяҙытҡанда 17 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ -2, -7 градус.

Шәмбе, 11 февралдә, урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -9, -14 градус, аяҙытҡанда 19 градусҡа тиклем һалҡын. Көндөҙ -5, -10 градус.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-09/bashkiriyu-zhdet-ocherednoe-poteplenie-3135775

Автор:Галина Бахшиева.
Фото:Радий Хәбировтың телеграм-каналы.
Автор:
Читайте нас