ЙӘМҒИӘТ
9 Февраль 2023, 05:01

Мәҙинә Ғүмәрова күркәм юбилейын билдәләй

Өфө ауылында йәшәүсе тыуған яҡты өйрәнеүсе, музей хеҙмәткәре, «Ағинәйҙәр» ойошмаһы етәксеһе Мәҙинә Лоҡман ҡыҙы 30 йылдан ашыу Өфө ауылы мәктәбендә балаларға төплө белем биргән.

Мәҙинә Ғүмәрова күркәм юбилейын билдәләйМәҙинә Ғүмәрова күркәм юбилейын билдәләй
Мәҙинә Ғүмәрова күркәм юбилейын билдәләй

Мәҙинә Лоҡман ҡыҙының иң ҙур, ихлас һөйөүе - тыуған яғының тарихы, ул уны бәләкәйҙән үк  ҡыҙыҡһындырған һәм бына бер нисә тиҫтә йыл эсендә, бөртөкләп тарихи мәғлүмәттәрҙе, ата-бабаларҙың экспонаттарын һәм риүәйәттәрен йыйып, арыу-талыуҙы белмәгән тыуған яҡты өйрәнеүсе булып үҫкән. Уны шулай уҡ ауылдаштарының йәшәү рәүеше, шөғөлдәре, кейем-һалымы, йолалары, дини инаныуҙары ла ҡыҙыҡһындыра. Өфө ауылында Йомабай Иҫәнбаев исемендәге музей булдырыуға һәм уны үҫтереүгә Мәҙинә Лоҡман ҡыҙы ҙур өлөш индергән. Ул музейҙы төрлө мәғлүмәттәр менән байытты. Уның арыу-талыуҙы белмәҫ хеҙмәте ярҙамында этнография, тыуған төйәктең тарихы һәм бөгөнгөһө музей экспозицияларында сағылыш тапҡан.

Мәҙинә Ғүмәрова күркәм юбилейын билдәләй
Мәҙинә Ғүмәрова күркәм юбилейын билдәләй
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас