

“Берлектә-бәрәкәт!”
Әлфиә апайҙың йортонда ауылдаштары даими ҡунаҡ. Саҡырғанды ла көтөп тормайҙар, дөбөр-шатыр барып инәләр ҙә, эшкә тотоналар әбүбәкерҙәр. Яуым-төшөмдән һуң ғәҙәттә ихатаны ҡарҙан таҙартһалар, бөгөн килеп ауылдың бер төркөм егәрле ир-егеттәре утын ярып өйҙө. Ярҙамынан бигерәк, иғтибары ҡәҙерле йорт хужабикәһенә ошо ябай булмаған осорҙа. Ауылдаштарының шундай ихласлығына күңеле менән һөйөнөп бөтә алмаһа ла, йөҙө моңһоу апайҙың. Бына инде нисә ай дауамында ут эсендә йөрөгән улын уйланып үтә уның көндәре. Теләге лә бер генә - имен-аман йөрөп тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын һөйөклө балаһы тыуған яғына. Шуға күрә эш бөткәс өмәселәр йортҡа инеп, егеттең именлегенә доғалар, аяттар бағышланы. Яҡындары таянысһыҙ түгел һалдаттың, үҙе генә имен булып, тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын!
#ТрезвоеСело2022
#АйыҡАуыл2022
Администрация Хайбуллинского района