ЙӘМҒИӘТ
9 Февраль 2023, 11:22

Һинең яугир атай-олатайың исемлектә бармы?

Аҡъярҙа Еңеү һалдаты һәйкәле янындағы Хәтер стенаһына Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәйбуллаларҙың исемдәре уйылып яҙыла.  Яҡындарығыҙ тураһында мәғлүмәтте тапшырырға онотмағыҙ!

Һинең яугир атай-олатайың исемлектә бармы?Һинең яугир атай-олатайың исемлектә бармы?
Һинең яугир атай-олатайың исемлектә бармы?

Ҡаһарман атай-олатайҙарыбыҙҙың исемдәрен мәрмәр ташҡа уйып яҙыу эше дауам итә. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Аҡъяр ауылындағы Еңеү һалдаты һәйкәле янында  Хәтер стенаһы булдырылып, унда 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәйбуллаларҙың исеме мәңгеләштерелә.

Бәлки һеҙҙең арала  төрлө сәбәптәр буйынса   мәғлүмәт тапшырылмай,  исемлеккә инмәй ҡалған яугир туғандарығыҙ барҙыр?  Шуға күрә әүҙемләшергә  саҡырабыҙ. Әлеге ваҡытта подрядчиктар алфавиттың П хәрефе буйынса  исемдәрҙе  билдәләй.

Билдәле бер хәрефтәргә  исемдәр яҙылған плиталар әҙер булһа ла, әлегә өҫтәмә рәүештә исемдәр индереү мөмкинлеге бар. Бының өсөн фронтовик тураһында мәғлүмәттәрҙе алып,   тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейына  ашығыс рәүештә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Адресы: Аҡъяр ауылы, Аҡмулла урамы, 5 А. Телефон: 8 (34758) 2-19-12.

 е-mail: akjar.muzei@yandex.ru.

Рустам Шарипов

Муниципаль район хакимиәте башлығының Бәйләнештә төркөмөндәге сәхифәһенән алынды

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас