

Районда яҡшы башланғысҡа нигеҙ һалынды: ауыл биләмәләре араһында ГТО нормативтарын тапшырыу буйынса эстафета. Иң башта Айыҡ ауыл республика конкурстарында ҡатнашыусы Әбүбәкер ауылы халҡы башлап ебәрҙе. Бөгөн Антингән ауыл биләмәһе халҡы ГТО тапшырып, эстафетаны беҙҙең ауыл биләмәһенә тапшырҙылар.
15 февраль, һәр йәштәге һәр теләгән кешене Ғәлиәхмәт ауыл мәктәбе спортзалында ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн саҡырабыҙ!
Нормативтарға бер нисә дисциплина индерелгән: оҙонлоҡҡа һикереү, отжимание һәм арҡаға ятып пресс күтәрелеү.
ГТО нормативтары һәр йәштәге кешеләр өсөн төрлөсә. Шуға һәр теләгән кеше ҡатнашһын! Үҙ көсөн һынап ҡараһын!
Бөтә Рәсәй ГТО хәрәкәтендә ҡатнашыу өсөн һәм үҙегеҙҙең һөҙөмтәләрҙе билдәләү өсөн түбәндәге һылтанма буйынса теркәлеү үтергә кәрәк!
https://gto.ru/
https://vk.com/club126984950