

Ауыл халҡын район хакимиәтенең хәстәрлек һәм ҡурсалау бүлеге, мәшғүллек үҙәге, Ғаилә хеҙмәте, район үҙәк дауаханаһы белгестәре, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостандағы бүлексәһе вәкиле ҡабул итте. Әбүбәкерҙәр белгестәргә үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән мөрәжәғәт итеп, аныҡ яуаптар алды. Бындай күсмә берҙәм ғаилә консультациялары көнө йышыраҡ уҙғарлыһын ине, тигән теләктәрен белдерҙе улар.