ЙӘМҒИӘТ
8 Февраль 2023, 16:04

Мия, Христос, Клеопатра...

2022 йылда йәштәр сабыйҙарына тағы ниндәй ят исемдәр ҡушҡан?

Мия, Христос, Клеопатра...Мия, Христос, Клеопатра...
Мия, Христос, Клеопатра...

Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан 2022 йылда республикабыҙҙа ата-әсәләрҙең сабыйҙарына ниндәй исемдәр һайлағанын хәбәр иттеләр.

Былтыр иң күп ҡушылған ҡатын-ҡыҙ исемдәре: Әминә, Ева, Амелия, Арина, София, Эмилия, Йәсминә, Алиса, Милана, Виктория.

Малайҙар араһында Әмир, Артем, Тимур, Матвей, Эмир, Марк, Мирон, Роман, Давид, Михаил исемдәре популяр.

Ҡыҙҙарға һирәк ҡушылған исемдәр: Лара, Илайда, Клеопатра, Элис, Синам, Калепси, Ноэми, Джамила, Виона, Октавия, Мия, Арья.

Һирәк осраған ир-егет исемдәре: Федор, Андреас, Аҡмал, Туран, Христос, Аксель, Джастин, Арис, Николаус, Сэмоэль, Нив, Раффаэле.

 

фото һәм мәғлүмәт:"Башинформ"

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас