

Торин исемле бордер-колли тоҡомло эте Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәтендә эшләй. Ул хәбәрһеҙ юғалғандарҙы табыуҙа ярҙам күрһәтә.
Торин — Башҡортостанда рәсми рәүештә хеҙмәттә булған берҙән-бер ҡотҡарыусы эт.
Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, Торин эшенә бик яуаплы ҡарай. Хәҙер дүрт аяҡлы герой «Мой ласковый и нужный зверь» халыҡ-ара конкурсында ҡатнаша.
Торинға теләгән һәр кем ярҙам итә ала. Бының өсөн ошо һылтанма буйынса https://www.dobrovserdce.ru/ сайтҡа инеп, «номинанттар» бүлегендә 14-се номерҙы табып һәм Башҡортостандан ҡотҡарыусыһы өсөн тауыш бирә алаһығыҙ. Бер-нисә тапҡыр тауыш бирергә мөмкин.
Әйҙәгеҙ, дүрт аяҡлы дуҫыбыҙ өсөн тауыш бирәйек.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар