

2022 йылда республикала 3 мең 441 авария булған. Уларҙа 409 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был бер йылда алда теркәлгәндән аҙыраҡ. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, юлдарҙы ремонтлау, яҡтыртыу һөҙөмтәһендә үлемде кәметеүгә ирешелгән. 2018 йылдан башлап Башҡортостан юлдарында үлемесле авариялар кәмей бара.
Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/194132