ЙӘМҒИӘТ
8 Февраля 2023, 11:31

Ауыл уңғандары

Тынғыһыҙ вәзәмдәр һаман да камиллашыу өҫтөндә. Файҙалы, кәрәкле эш сәфәре менән кисә улар Силәбе өлкәһендәге Магнитогорск ҡалаһында булып ҡайтҡан.

Ауыл уңғандарыАуыл уңғандары
Ауыл уңғандары

Людмила Никитина исемле мөләйем оҫтабикә станокта һуғыу техникаһының нескәлектәренә төшөндөргән, селтәр, биҙәктәр һалыу ысулдарын өйрәткән, үҙ уҡыусыларының, үҙенең эштәрен дә күрһәткән. "Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа шәлдәребеҙҙе күрһәтеп эшебеҙ, ауылыбыҙ менән таныштырҙыҡ, милли кейемдаребеҙ менән иҫталеккә фотоға төшөп хушлаштыҡ. Матур хәтирәләр менән матур аралашыуҙан ҡыуанып ҡайттыҡ"- ти вәзәмдәр. Афарин тиергә генә ҡала бер генә минут та тын ултырмаған ауыл уңғандарына.

 

Сығанаҡ: район хакимиәте

Автор:
Читайте нас