ЙӘМҒИӘТ
8 Февраль 2023, 11:24

Һауа торошо боҙола

-

Һауа торошо боҙолаҺауа торошо боҙола
Һауа торошо боҙола

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һауа торошоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртә: алдағы тәүлектә боҙлауыҡ, автомобиль юлдарының айырым урындарында тайғаҡ булыуы көтөлә. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 9 февралдә көн аяҙлы-болотло була. Бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеүсән, секундына 8-13 метр.

Һауа температураһы төндә -12, -17, аяҙытҡанда -20, -25, көндөҙ -4, -9 градус. Юлдарҙың айырым участкаларында ҡар, боҙлауыҡ, ҡар яуғанда 1-2 саҡрымдан күреү мөмкинлеге кәмей.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-02-08/mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-o-gololede-i-uhudshenii-vidimosti-iz-za-snega-3134977

 

Фото:Ксения Калинина.

Автор:
Читайте нас