ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2023, 05:41

Рәсәй Президенты Башҡортостан ғалимдарының ҡаҙаныштарын дәүләт наградалары менән билдәләне

-

Рәсәй Президенты Башҡортостан ғалимдарының ҡаҙаныштарын дәүләт наградалары менән билдәләнеРәсәй Президенты Башҡортостан ғалимдарының ҡаҙаныштарын дәүләт наградалары менән билдәләне
Рәсәй Президенты Башҡортостан ғалимдарының ҡаҙаныштарын дәүләт наградалары менән билдәләне

Башҡортостан ғалимдарына федераль маҡтаулы исем һәм награда бирелде. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2023 йылдың 26 ғинуарындағы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында» тейешле указы 6 февралдә рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

«Башинформ» хәбәр итеүенсә, фәнде үҫтереүгә индергән өлөшө һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Өфө химия институты лабораторияһының баш ғилми хеҙмәткәре Ғүмәр Ишморатов II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены миҙалына, профессор, физика-математика фәндәре докторы, Р.Мәүлетов исемендәге Механика институты лабораторияһының баш ғилми хеҙмәткәре Владислав Шаһапов «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-06/prezident-rossii-otmetil-gosudarstvennymi-nagradami-zaslugi-uchenyh-bashkirii-3132645

Автор:
Читайте нас