ЙӘМҒИӘТ
7 Февраль 2023, 05:56

МОҢҒА ҒАШИҠ АТАЙ

Һуңғы ваҡытта күптәрҙең яратҡан йырына әйләнгән «Кейек ҡаҙ юлдары» йырын Йәнтеш ауылы егете Айрат Иштанов та башҡара.

МОҢҒА ҒАШИҠ АТАЙМОҢҒА ҒАШИҠ АТАЙ
МОҢҒА ҒАШИҠ АТАЙ

Һуңғы ваҡытта күптәрҙең яратҡан йырына әйләнгән «Кейек ҡаҙ юлдары» йырын Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы егете Айрат Иштанов та башҡара. Әйткәндәй, Айрат яңғыҙы өс бала үҫтерә. Улы ла, ҡыҙҙары ла аталарына эйәреп йырларға ярата.

Айрат 1988 йылдың 7 октябрендә Хәйбулла районы Йәнтеш ауылында тыуған. Әле үҙенең тыуған ауылында эшләп йөрөй. Бер ул һәм ике ҡыҙ үҫтерә.
Айрат бала саҡтан йыр-моңға ғашиҡ, ҡурайҙа уйнай, спортты ла үҙ итә. Мөмкинлек сыҡҡан һайын йыр һәм спорт конкурстарында ҡатнаша, балаларын да шуға ылыҡтыра. Ҡыш көндәрен бергәләп тауҙан шыуалар, йәйен йылға буйҙарында, урманда ял итәләр.

—Маҡсатым—ауырлыҡтарға бирешмәҫкә!—ти Айрат.

Автор:Резеда Валиева.
 
Автор:
Читайте нас