

Бөгөн - Башҡортостандың беренсе президентының тыуған көнөндә Өфөнөң мосолмандар зыяратында республика башлығы Радий Хәбиров, башҡа рәсми кешеләр, республиканың беренсе етәксеһенең хәләл ефете Луиза Ғәлим ҡыҙы Рәхимова һәм туғандары Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың ҡәберенә сәскәләр һалды. Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе-мөфтөйө Айнур Бирғәлин ғибәҙәт ҡылды. Башҡортостандың беренсе президенты Луиза Ғәлимованың хәләл ефете менән аралашҡанда Радий Хәбиров республика Башлығының Мортаза Рәхимовтың хәтерен мәңгеләштереү буйынса указ проекты әҙерләнеүен әйтте.
«Документта бик күп саралар ҡаралған, беҙ һеҙгә уны ҡараһын өсөн указ проектын тапшырырбыҙ, шулай уҡ кәңәшләшербеҙ һәм Өфөлә ҡуйырға күҙаллаған һәйкәлдең эскизын күрһәтербеҙ. Уның ҡәберендә ҡәбер ташының ниндәй булырға тейешлеген бергәләп хәл итербеҙ. Өфөлә яңы урамдарҙың береһенә Мортаза Ғөбәйҙулла улының исемен бирергә ҡарар иттек. Уның хаҡында иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр», - тип билдәләне Радий Хәбиров.
Луиза Ғәлим ҡыҙы Башҡортостан Башлығына ауыр көндәрҙә иғтибары һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
Бөгөн республиканың беренсе президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 89 йәш тулыр ине...