

Хәйбуллалар хәрбиҙәргә - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам итеүен дауам итә. Төп кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙән тыш, бөтә ауылдарҙа ла тиерлек йылы әйберҙәр бәйләйҙәр, туҡмас ҡырҡалар, ҡорот бешерәләр, быҡтырылған ит әҙерләйҙәр. «Ағинәйҙәр» ойошмаһы башланғысы менән Садовый ауылында йәшәүселәр ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 50 мең һум аҡса йыйып, беҙҙең егеттәр һәм ҡыҙҙар өсөн иң кәрәкле әйберҙәр һатып алды. Аҡсаның ҡалған өлөшөнә ит һатып алып, 97 банка быҡтырылған ит әҙерләгәндәр. Был изге эшкә депутат та, староста ла, фермер ҙа үҙ өлөшөн индергән. Афарин!!!