ЙӘМҒИӘТ
5 Февраль 2023, 07:13

Пар ҡанаттар талмаһын!

Йәнтеш мәҙәниәт йортонда район ғаилә парҙарының "Пар ҡанаттар-2023" бәйгеһе үтте.

Пар ҡанаттар талмаһын!Пар ҡанаттар талмаһын!
Пар ҡанаттар талмаһын!

Быйыл был матур сара туғыҙынсы тапҡыр үткәрелде. Унда һигҽҙ ғаилә ҡатнашты, шул иҫәптән Йылайыр районынан, Cибай ҡалаһынан да ҡатнашыусылар булыуы бәйгене йәмләне.


Барыһы ла ентекле әҙерләнеп килгәндәр, үҙҙәре мҽнән таныштырып үтҽп, яратҡан аш -һыуҙары мҽнән бүлҽштҽләр. Һорауҙарға яуап бирҽп, икҽшәр йыр йырланылар.
Һигҽҙ ғаилә парҙарынының һигҽҙҽ лә гармунда өҙҙөрөп уйнайҙар һәм моңло итҽп йырлайҙар. Бына бит бәхҽтлҽ, моңло ғаиләләр, афариндар!

Баһалама ағзалары ла ҽңҽлдән булманы, барыһы ла көслө гармунсылар һәм йырсылар ине:
-Ы.Р. Аллағолова,район вҽтҽрандар ойошмаһы рәйесе;
-Г.C. Хәкимова, район инвалидтар ойошмаһы рәйесҽ;
-Флорида Исламова, район ғаилә үҙәгҽ бҽлгҽсҽ;
- Г.К.Хәләфҽтдинова, район мәҙәниәт йортоноң гармонисы һәм йырсыһы;
- Люция Фәйзуллина, район мәҙәниәт йорто бҽлгҽсҽ;

Һәм урындар билдәләндҽ:

Гран-при:
Әхмәтйән һәм Cәйҙә Исҡужиндар, Йәнтҽш ауылы. 

I урын:
Насибулла һәм Фәниә Арыҫлановтар,Йәнтеш ауылы. 


IIурын:
-Ишбирҙе һәм Гөлнаһар Азаматовтар, Атингән ауылы.

-Дәүләткилда һәм Әминә Рәмовтар, Йылайыр районы Воскресҽнка ауылы 

III урын:
-Фәрит һәм Гөлнисә Бикбовтар, Ғәлиәхмәт ауылы
-Насибулла һәм Зилә Һаҡмаровтар, Cибай ҡалаһы.
-Вәхит һәм Алһыу Ишемғоловтар, Ғәлиәхмәт ауылы.
-Шәһит һәм Гөлгөнә Йыһаншиндар, Иҫәнгилде ауылы. 

Һәммәгеҙҙең ғаиләләре ныҡ, тулы, йылы булһын! Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслыҡ – именлек, аяҙ күк йөҙө, ғаиләрегеҙгә муллыҡ - бәрәкәт теләйбеҙ! Бер-берегеҙҙе бер һүҙҙән, бер ҡараштан аңлап, бәхеттә йәшәргә яҙһын!

Беребеҙ өсөн беребеҙ терәк,
Беребеҙ өсөн беребеҙ кәрәк,
Бында ярҙам, изге теләк,
Бында һөйөп тибә йөрәк,
Имен булһын ғәзиз ғаиләм –
Бәхетемде яҡлар ҡәлғәм!

Автор:Йәнтеш мәҙәниәт йорто
Читайте нас