

Асҡын районы депутаты Дамир Әүбәкеров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға машина ебәргән. «Башинформ»ға билдәле булыуынса, әүҙем хәрби хәрәкәттәр барған урында яралыларҙы алып сығырға транспорт юҡлығын белеп ҡалғас, ул яугирҙарға «УАЗ» автомобилен тапшырырға хәл иткән. Ун көн эсендә автомобилдең кузовын нығытып, яңынан буяғандар. Транспорт бер генә яугирҙың ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итһә лә, минең өсөн ҙур ҡыуаныс булыр ине, ти Дамир Ҡәнәфи улы.
«УАЗ»дан тыш, депутат яҡташтары менән бергәләп хәрбиҙәргә бензобысҡы, көрәк һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр һатып алыу өсөн аҡсалата ярҙам күрһәткән, тип хәбәр иттеләр башҡорт батальондарының телеграм-каналында.