Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Февраль 2023, 09:04

Иләстәрҙән күстәнәс!

Өй туҡмасын контейнерҙарға һалып, һалдаттар өсөн башҡа кәрәкле әйберҙәрҙе лә ҡушып, алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәргә оҙатасаҡтар.

Иләстәрҙән  күстәнәс!
Иләстәрҙән күстәнәс!

Иләс ауылы ҡатын-ҡыҙҙары Роза Ғәббәсова, Минниса Рәхмәтова, Рәхимә Шәрипова, Хәсилә Аллабирҙина һәм Нәжиә Асҡарова, Миңһылыу Солтановаларға йыйылып, махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә ебәреү өсөн туҡмас әҙерләне.

Киптереп алғас , туҡмасты контейнерҙарға һалып, аҡса йыйып һалдаттар өсөн башҡа кәрәкле әйберҙәрҙе лә ҡушып алып, алғы һыҙыҡтағы хәрбиҙәргә оҙатасаҡтар. Изге эш эшләгәндә ҡатын-ҡыҙҙар изге теләктәрен дә теләне: донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, ир-егеттәребеҙ имен-һау тыуған яҡтарға әйләнеп ҡайтһын!

Илячевская Сельская-Библиотека

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: