Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Февраль 2023, 12:52

Сиҙәмсе олатай

Баҡал ауылынан Мөхәмәт Ҡотлояров туҡһан йәшен билдәләне

Сиҙәмсе олатай
Сиҙәмсе олатай

Мөхәмәт Насибулла улы “Таналыҡ” совхозына ялан сиҙәм күтәреүгә башҡа райондан килә.  Бәрәкәтле Таналыҡ ерендә сиҙәм күтәреүҙә ҡатнаша, иген үҫтерә.

Мөхәмәт ағай бөтә тырышлығын һалып, башкөллө эшкә сума.  Ошонда, Баҡал ауылында, буласаҡ кәләшен, үҙе һымаҡ уҡ ябай ауыл ҡыҙы Вәлимә Нураеваны осрата. Бәхет эҙләп ситкә китмәйҙәр, Хәйбулла ерендә төпләнәләр. Өс ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерәләр.

Мөхәмәт  Ҡотлояров хаҡлы ялға сыҡҡас та әүҙем тормошта йәшәй. Мәҫәлән, үҙ ихатаһында питомник яһап, төрлө емеш ағастары үҫтерә. Ул эшләгән баҙ ҙа бик үҙенсәлекле.

Ҡотлояровтар  оҙаҡ йылдар мал-тыуар аҫрайҙар. Йәйен дә, ҡышын да һәр ваҡыт хәрәкәттә, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмайҙар. Олатай, бер ҡараһаң,  баҡсала эшләй, икенсе ҡараһаң, утын менән булыша, сүп-сар сығара йәки йәйәүләп йөрөп килә. Тәбиғәтте ярата. Донъя яңылыҡтарын тыңлай. Тормошто яратҡан, ихлас, ғәжәйеп кеше ул. Йырларға ла маһир.

Мөхәмәт Насибулла улының “Сиҙәм ерҙәрен күтәргән өсөн” миҙалы һәм башҡа грамоталары бар. 90 йәшлек ил ағаһына һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.

 

БаКаЛоВсКиЕ төркөмөнән алынды 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: