Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Февраль 2023, 14:05

Матур ғүмер кисергән пар

Юлбарыҫ ауылынан Килдебай һәм Хәжәр Өмөтбаевтар 50 йыл бергә

Матур ғүмер кисергән пар
Матур ғүмер кисергән пар

Килдебай Шәрифулла улы 1941 йылда Аҡҡужа ауылында тыуған (бөткән ауыл).Ғаиләләре менән Юлбарыҫҡа күсеп килгәс,  Килдебай Өмөтбаев икенсе класҡа бара.  Атаһы һуғыштың беренсе көндәренән фронтҡа алынып, хәбәрһеҙ юғала. Ә Килдебай әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтып,  механик-водитель һөнәренә уҡығас, ҡайтанан хәрби часына китеп, тағы ла өс йыл хеҙмәт итә.

Хәжәр Шәрифулла ҡыҙы Аҡнаҙар ауылынан. Ғәлиәхмәт мәктәбендә 8-се класты тамамлағас, һауынсы булып эшкә төшә.  Тырыш хеҙмәте өсөн Польшаға туристик юлланма менән дә бүләкләнә.

Өмөтбаевтар икеһе лә “Аҡъяр” совхозында эшләй. 45 йыл хеҙмәт стажы булған Килдебай Шәрифулла улы тракторсы, механик-водитель була, ә Хәжәр Шәрифулла ҡыҙы һауынсы булып эшләй. Әле лә улар шәхси хужалығында мал тота, баҡса үҫтерәләр. Өс балалары ла үҙ тормоштары менән йәшәй.  Ә өс ейәнсәр һәм бер ейәндәре ҡартатай менән ҡартәсәһенең ҡыуанысы.

 

                                                                               

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: