Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Февраль 2023, 09:32

Гөлъямал Түләшеваға -95!

Аҡъяр ауылынан хөрмәтле Гөлъямал инәй күркәм ғүмер байрамын именлектә һәм яҡшы кәйефтә ҡаршылай

Гөлъямал Түләшеваға -95!
Гөлъямал Түләшеваға -95!

Районда оҙон ғүмерлеләр исемлеге тулылана. Бөгөн Аҡъяр ауылынан Гөлъямал Ғәлиәхмәт ҡыҙына 95 йәш тулды. Олпат һәм мәртәбәле юбилей. Ә хөрмәтле Гөлъямал инәй күркәм ғүмер байрамын именлектә һәм яҡшы кәйефтә ҡаршылай.

Оло йәштә лә тәбиғи сибәрлеген юймаған, һәр ваҡыт йылмайып һөйләшкән юбилярҙың хәтере шәп, зиһене яҡты. Күпте күргән, һуғыш осоро һәм унан һуңғы ауырлыҡтарҙы кисергән ил инәһе бер ҙә тормошҡа зарланмай, ул дәһшәтле йылдарҙың да  тик яҡшы яҡтарын һөйләргә тырышты.

--Үҙем Дәүләкән районынанмын, әммә яҙмыш елдәре Хәйбулла еренә килтереп, ошо бәрәкәтле ергә таштай баттым. 1948 йылда Хәйбуллаға  уҡытыусылар кәрәк тигәстәр, күп уйлап тормай, ризалаштым.  Шулай итеп, Иләс ауылында уҡыта башланым. Буласаҡ тормош иптәшем Иҙристе лә  шунда осраттым. Ул саҡта әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан етди  ҡарашлы егет ине. Бер йыл дуҫлашып йөрөп, яҙылыштыҡ,--тип әңгәмәне башланы Гөлъямал Түләшева.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, беҙҙең коллегабыҙ, Башҡортостан һәм Рәсәй журналистар союзы ағзаһы Иҙрис ағай ҙа буласаҡ кәләшен тәү осратҡан ваҡытты яҡшы хәтерләй. “Һалдат бурысын үтәп ҡайтҡан йәш саҡ. Иләс ауылына йәш уҡытыусы ҡайтҡанын ишеткәйнем инде. Ябай ғына, ипле һылыу ҡыҙ бер күреүҙән оҡшаны. Ҡатыным  аҡыллы, көләс,  тыныс холоҡло, эшкә бигерәк әрһеҙ булып сыҡты”,--тине йылмайып. Быйыл уларҙың тормош һуҡмағынан бергә атлауҙарына 74 йыл тула.

Иҙрис һәм Гөлъямал Түләшевтар  ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өс балаһы ла инде алтмыш йәште үтеп, хаҡлы ялдалар. Бына ҡайҙа ул ысын бәхет! Әле улар Өфө ҡалаһынан ейәнсәре һәм бүләһе килеүен һағынып көтөп алалар.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 5-се һанында уҡығыҙ.

Мәрйәм Иманғолова.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: