Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Февраль 2023, 11:26

Өфөлә Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған мультимедиалы күргәҙмә асыла

-

Өфөлә Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған мультимедиалы күргәҙмә асыла
Өфөлә Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған мультимедиалы күргәҙмә асыла

Өфөнөң «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркында Сталинград һуғышының 80 йыллығына арналған мультимедиалы күргәҙмә асыуға әҙерләнәләр.

Тарих тамашасыларға хронология тәртибендә тәҡдим ителә: «Һауа блокадаһы», «Сталинград алышы», «Ҡышҡы йәшен» операцияһы, «Тацинск рейды», «Ҡулса», «Сталинградтың төньяҡ райондары өсөн алыштар», «Мамаев ҡурғаны», «Павлов йорто».

«Башинформ» агентлығына мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2 февралдә бөтәһе өсөн дә инеү бушлай. Һуңынан уҡыусылар ғына бушлай инергә мөмкин. Белешмә алыу һәм экскурсияға яҙылыу өсөн телефон: +7(347)286-60-66.

«Сталинград – Еңеү тарихы» – илдең киләсәге өсөн көрәштә совет халҡының ҡаһарманлығы символына әүерелгән ҡалаға бағышланған Бөтә Рәсәй проекты.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2023-01-31/v-ufe-otkryvaetsya-posvyaschennaya-80-letiyu-stalingradskoy-bitvy-mudtimediynaya-vystavka-3124397

Автор:Ләйсән Закирова.
Автор:
Читайте нас: