Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Февраль 2023, 11:05

Үзбәкстанға тура авиарейстар асыла

-

Үзбәкстанға тура авиарейстар асыла
Үзбәкстанға тура авиарейстар асыла

17 февралдән Башҡортостандан Үзбәкстанға тура авиарейс асыла, тип хәбәр итте республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.

«Өфө — Сәмәрҡәнд» авиаосоштары аҙнаһына бер тапҡыр, йома көндө башҡарыла, ә юлға өс сәғәт ваҡыт китә.

«Быны шәп яңылыҡ тип иҫәпләйем һәм Үзбәкстандағы коллегаларыбыҙҙың ошо йүнәлештә авиабәйләнеш асыу тураһындағы ҡарарыбыҙҙы хуплауына бик шатмын. Сәмәрҡәнд — Азияның иң күркәм ҡалаларының береһе, боронғо һәм бик матур. Ике яҡтың да туристары ҡәнәғәт ҡалыр тип ышанам», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 1 февралдән Рәсәйҙән Ҡаҙағстандың Астана, Алматы һәм Атырау ҡалаларына даими маршруттар тергеҙелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-01/radiy-habirov-ob-yavil-o-zapuske-pryamyh-aviareysov-iz-bashkirii-v-uzbekistan-3125885

Автор:
Читайте нас: