Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Февраль 2023, 15:58

Әле лә йор һүҙле, ихлас күңелле.

Аҡъюл ауылынан Йәнтүрә Байғужинға 90 йәш!

Әле лә йор һүҙле, ихлас күңелле.
Әле лә йор һүҙле, ихлас күңелле.

Аҡъюл ауылында Сәлимгәрәй һәм Гөлсәғиҙә Байғужиндар ғаиләһендә  донъяға килеп, буй еткергән Йәнтүрәне тормош иркәләмәй. Ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килгән малай әсәһенең төп терәге, таянысы була. Үҙ тырышлығы менән дүрт класс бөтә. Бөтә ир-ат, шул иҫәптән атаһы ла ил һаҡларға киткәс, тиҫтерҙәре менән хужалыҡҡа эшкә егелә. Атаһы Ленинград блокадаһында башын һала. Ишле ғаиләлә ашарға ла, кейергә лә етешмәй. Шулай ҙа Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ниндәй эш ҡушалар, шунда тырышып эшләй. Әсәһе ауыл фермаһында һауынсы булып эшләй. Йәнтүрә Байғужин 12 йәшендә колхоз һарыҡтарын көтөргә сыға. Ул ваҡытта ашарға наҡыҫ булды, таң беленер-беленмәҫ эшкә сыға инек,  тип хәтерләй ул. Үҫмер ҡорона ингәс, төрлө эштәрҙә йөрөй. Ат, һыйыр, екке үгеҙҙәр көтә. 1953 йылда 6 ай тракторсылар курсында уҡып ҡайта һәм колхозда тракторсы булып эшләй. 1954 йылда Сәриғә Мөхәмәдйәр ҡыҙы менән ғаилә ҡоралар. Шул йылда уны әрме сафына алынып, атаһы хеҙмәт иткән ерҙә өс йыл да өс ай хеҙмәт итеп ҡайта. Уны өйҙә ҡатыны һәм ҡыҙы Фәриҙә ҡаршы ала.

Йәнтүрә Байғужин һөнәренә тоғро ҡалып, 22 йыл Салауат исемендәге колхозда тракторсы булып эшләй. Сара станцияһынан малға төклө бесәнен дә ташый. Тик һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, уны фуражсы итеп ҡуялар. Хаҡлы ялға сыҡҡансы шул эшендә ҡала. Колхоз етәкселеге уның эшен юғары баһалап,  4 тапҡыр миҙал һәм тырыш хеҙмәте төрлө кимәлдәге маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләй. Хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ була.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 5-се һанында баҫылып сыға.

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас: