Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Ғинуар 2023, 10:12

Татыу ғаилә – ил күрке

 Батыр һәм Лилиә Торонтаевтар  Ивановка ауылының өлгөлө ғаиләләренең береһе.

Татыу ғаилә – ил күрке
Татыу ғаилә – ил күрке

Батыр һәм Лилиә Торонтаевтар ауылдың матур һәм өлгөлө ғаиләләренең береһе. Сығышы менән улар икеһе лә  Утарбай (бөткән ауыл) ауылынан. 1979 йылдың 23 февралендә Торонтаевтар ғаиләһенә нигеҙ һалына. 40 йылдан ашыу татыу йәшәгән ғаиләнең ныҡлығы тоғролоҡҡа һәм бер-береңде ихтирам итеүгә нигеҙләнгән.

Бөгөн Торонтаевтар балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәренә терәк-таяныс булып йәшәй. Баҡса үҫтерәләр, йорттарын иһә Лилиә апайҙың сағыу гөлдәре биҙәй. 2014 йылда лайыҡлы балалар үҫтергәндәре, ғаилә ҡиммәттәре һәм традицияларҙы һаҡлағандары өсөн Ғаилә, тоғролоҡ һәм мөхәббәт көнөндә район хакимиәте башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгәндәр.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 4-се һанында.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: