Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
31 Ғинуар 2023, 20:50

Иләстәр дәррәү генә балыҡ тоторға сыҡты

Таң менән боҙ уйғыстарын, ҡармаҡтарын алған балыҡсылар Турат йылғаһына йыйылдылар

Иләстәр дәррәү генә балыҡ тоторға сыҡты
Иләстәр дәррәү генә балыҡ тоторға сыҡты
Балыҡсының һыу буйында үткән ике йыл ғүмере бер йылға тиң, тиҙәр. Ҡайнап торған донъяның ығы-зығыһынан ял ғына түгел, ҡайғы-хәсрәттәрҙән дә арындыра, кешенең күңел торошон да ыңғайға көйләй икән ир-егеттәрҙең яратҡан был шөғөлө. Байрам икәнен белгәндәй көн шундай ҡояшлы, йылы, матур.

28 ғинуарҙа Иләс ауылында Балыҡсылар байрамы үтте. Был ярышты икенсе рәттән Айгиз Ҡоләхмәтов ойоштроҙо. Ауылдаштарының балыҡ тотоу ярышы ойоштороуы тураһында ишеткәс, иртә таң менән боҙ уйғыстарын, ҡармаҡтарын алған балыҡсылар, алдан һөйләшеп-килешелгән урын - Турат йылғаһына йыйылдылар. Был ярышҡа күрше ауылданда балыҡсылар ҡатнашты. Байрамда ир-егеттәр генә түгел, апайҙар һәм уҡыусылар ҙа килгәндәр ине. Ағинәйебеҙ Роза Ғәббәсова балыҡ тотоу ярышында, үҙ даланын һынап ҡараны. Ул уҡыусыларға үҙенең ҡышын һәм йәйен балыҡ тоторға йөрөүе тураһында һөйләне.

Мауыҡтырғыс шөғөл дә, тәбиғәттә үҙең генә ҡалып ял итеү ҙә, күңел тыныслығы табыу ул -балыҡ тотоу. Ә быныһы башҡаса -күптәнге дуҫтар осраша, мәҙәк хәлдәр һөйләнә, ярышыу өлөшө күңелде елкендерә, еңеүселәр билдәләнә. Ярыштарға старт бирелгәндән һуң, балыҡсылар хөкөмдәр күҙәтеү аҫтында балыҡ тоттолар. Жюри һәр бер балыҡсының “табыш”ына баһа биреп , күп һанлы номинациялар буйынса еңеүселәрҙе асыҡланды ; Фәнил Ҡырымғужин, Марат Ғәббәсов, Николай Слащев. Еңеүсе итеп танылған һәм призлы урындарға эйә булған балыҡсылар ойоштороусы тарафынан әҙерләгән ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнделәр.
Тәмле самауыр сәйҽ һәм уха бешереп һыйлаусы ҡатын-ҡыҙҙар матур байрам өҫтәлҽ әҙҽрләнҽ. Куңҽллҽ һәм файҙалы үткәрҽлгән байрам сараһынан дәрт, яҡшы кәйеф алып барыһыла таралышты, ойоштороусы Айгиз Дим улына афарин тип әйтергә гҽнә ҡала!
Иләстәр дәррәү генә балыҡ тоторға сыҡты
Иләстәр дәррәү генә балыҡ тоторға сыҡты
Иләстәр дәррәү генә балыҡ тоторға сыҡты
Иләстәр дәррәү генә балыҡ тоторға сыҡты
Автор:Нәжиә Асҡарова, Иләс ауылы китапханасыһы
Читайте нас: