ЙӘМҒИӘТ
30 Ғинуар 2023, 04:35

Һоҡланғыс пар

Ивановка ауылынан Тәлғәт һәм Бикә Азаматовтарҙың өлгөлө ғаиләһе мөхәббәткә һәм тоғролоҡҡа нигеҙләнгән. 

Һоҡланғыс парҺоҡланғыс пар
Һоҡланғыс пар

Мөхәббәткә һәм тоғролоҡҡа нигеҙләнгән үҙ-ара мөнәсәбәт, хеҙмәт һөйөү, балалар тәрбиәләү буйынса башҡаларға өлгө, һоҡланғыс парҙар ауылдарыбыҙ ҡото һәм йәме ул. Ивановканан Тәлғәт һәм Бикә Азаматовтар тап шундайҙарҙан. 

Азаматовтар 1971 йылдың ноябрь айында ғаилә ҡора һәм Бикә Зәйнулла ҡыҙы Аҡташ ауылына ишле ғаиләгә килен булып төшә.

Азаматовтар ике ҡыҙ һәм ике ул үҫтергәндәр. Балаларының һәммәһе лә ғаилә ҡороп, матур донъя көтәләр. Бөгөн Тәлғәт ағай менән Бикә апай балалары, 8 ейән-ейәнсәре һәм бер бүләсәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Баҡса үҫтерәләр, ҡош-ҡорт тоталар, һарыҡ-кәзә аҫрайҙар. Бер ҙә эшһеҙ ултырмайҙар. Тулы тормошта ҡайнап йәшәйҙәр.

 

Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 4-се һанында уҡығыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас